"Әлифба" ағартыу-күңел асыу анимация проектын эшләүселәр башҡорт әкиәттәренән тотош бер Мультиғаләм төҙөмәксе.
– Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫын визуаль кәүҙәләндереү өсөн фантастик мөмкинлек был. Батыр, Аждаһа, Дейеү, Һомайҡош, Мәскәй – башҡорт әкиәттәрендә образдар, геройҙар, сюжеттар һәм персонаждарҙың иҫ китмәле байлығы һаҡлана. "Әй Йола" төркөмөнөң өлгөһө һәм Һомайҡошҡа бағышланған йырҙар быларҙың беҙҙең төбәктә йә илдә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә таралыу мөмкинлеге тураһында һөйләй, – ти "Муха" ЯСЙ-һы директоры Артур Абдрахманов.
"Әлифба" проектын "Муха" студияһы рәссам, карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы булышлығында сығара. Мультиғаләм өсөн "Әлифба" проекты геройҙары Айтуған менән Айгөл – бик йәтеш образдар.
Башинформ таҫмаһынан.