23 февралдә халҡыбыҙ йылдағыса Ватан һағындағы атайҙарҙы, ағайҙарҙы, улдарҙы байрам менән ҡотлай. Әммә "беҙҙең осорҙа ҡәҙимге ирҙәр байрамы айырым бер юғары мәғәнә менән тула. Ватанды һаҡлаусыларҙың бөтәһенең – алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ күрһәтеүселәрҙең, тылда беҙҙең яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн бөтәһен эшләүселәрҙең – берләшеү символына әйләнә", – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо көн уңайынан үткән тантаналы йыйылышта.
Ысынлап та, шулай. Махсус хәрби операция яландарында ҡорал күтәреп һөжүмгә барған ир-ат та, өйҙә маскировка селтәре үреп ултырған, окоп шәмдәре тултырған балалар йә әсәләр ҙә яу һыҙығында бөгөн. 23 февраль – һәммәбеҙҙең байрамы.
Радий Хәбиров данлы батырлыҡтар тураһында ла һөйләне. Башҡортостандың 3 меңдән ашыу яугире Дан ордены, генерал Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары менән наградланған. Суворов, Жуков, генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгәндәр хәтһеҙ. 15 яугир Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған.
Яугирҙәргә еңеү яулап, иҫән-аман әйләнеп ҡайтырға насип булһын. Батырҙарға – дан!