-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль , 17:11

Стәрлетамаҡ уҡыусылары Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар алған

Башҡортостандан 4 уҡыусы Милли технологик олимпиаданың (МТО) "Ядро технологиялары" профилендә призлы урындар алған.

Уларҙың дүртеһе лә Стәрлетамаҡтан: өсөһө 3-сө Башҡорт лицей-интернатында, береһе Суханов исемендәге 33-сө мәктәптә уҡый.

Олимпиаданың финалы физика һәм информатика буйынса предмет турынан башланған.

Командаларҙың инженерлыҡ турында ҡатнашыусылар виртуаль ядро реакторҙарын моделләй һәм уларҙағы боҙолоуҙарҙы диагностикалай, штатлы эшен тәьмин итә. Бының өсөн яғыулыҡ, йылылыҡты алмашыу  параметрҙарын һәм идара итеү системаларын анализлай.

Стәрлетамаҡтың 3-сө Башҡорт лицей-интернатында "Башинформ" хәбәрсеһенә ошоларҙы һөйләгәндәр:

– «Пушистики 2.0» командаһы составында 3-сө лицей-интернаттың 11-се синыф уҡыусылары Шамил Зарипов, Радмир Уразгилдин һәм 33-сө мәктәптән Дамир Уляев призер булды. Ә 3-cө БЛИ-нан Данияр Әхмәтшин „The Nuclear Four" командаһында сығыш яһаны һәм шулай уҡ призлы урын алды.

Белешмә өсөн:

Милли технологик олимпиада – инженерлыҡ буйынса төп командалар ярыштары. Ул "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы һәм "Рәсәй – мөмкинлектәр иле" платформаһы берлегендә үткәрелә. Ойоштороу комитетына Сергей Кириенко менән Дмитрий Чернышенко етәкселек итә. Әле МТО-ның 2025/2026 йылғы XI миҙгеле бара.

Милли технологик олимпиада "Ядро технологиялары" профиле буйынса Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы олимпиадалары исемлегенә индерелгән. Ул вузға имтихандарһыҙ инеү ("БВИ") мөмкинлеген бирә йә профиль предметтары буйынса БДИ-ға 100 балл өҫтәй.

МТО Рәсәйҙең технологик лидерлығы өсөн кадрҙар әҙерләй. Илде технологияларҙа лидер итеү маҡсаты РФ Президенты Владимир Путин тарафынан ҡуйылды.

Олимпиаданың әлеге миҙгелендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм 7 илдән 226 мең кеше ҡатнаша. Финалдар 2026 йылдың апреленә тиклем 11 ҡалала үтә.

Фото: 3-сө БЛИ / Башинформ өсөн махсус.

Сығанаҡ: Башинформ.

Стәрлетамаҡ уҡыусылары Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар алған
Стәрлетамаҡ уҡыусылары Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар алған
Стәрлетамаҡ уҡыусылары Рәсәй олимпиадаһында призлы урындар алған
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас