Өфөнөң 263-сө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһындағы 4-се "Бал ҡорто" өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән атайҙар араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йәгеҙ әле, атайҙар» тигән сара үтте.
Байрамда уйынлы ярыштар ойошторолдо. Балалар шиғыр һөйләне, йырланы, ике командаға бүленеп ихлас алышты, ә атайҙар футбол уйнаны.
Балалар атайҙарына, олатайҙарына бүләк-асылма эшләп бүләк итте.
ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлиә Ғәлей ҡыҙы,
ҒӘЛИЕВА Руфина Самат ҡыҙы,
тәрбиәселәр.