1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ының Юғары Советы республика символдарының береһенә әүерелгән флагты раҫлай.
Флагты эшләү тарихы конкурстан башлана. Уны республика Министрҙар Советы иғлан итә.
40-лап вариант тәҡдим ителә. Юғары Совет раҫлаған варианттың авторҙары Ольга Асабина менән рәссам Урал Мәсәлимов була.
"Башҡортостан флагы, сығышына, диненә йә йәшенә ҡарамай, төбәктә йәшәгән бөтәһенең берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Ул ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә төшөрә һәм яңы уңыштарға илһамландыра. Флаг республиканың иң мөһим байрамдарында һәм акцияларында елберҙәй, меңдәрсә кешенең йөрәген берләштерә. Һәр кеше унда үҙенең тарихы, мәҙәниәте һәм тыуған яҡ алдындағы яуаплылығы сағылыуын күрә.
Бөгөн флаг шулай уҡ республикабыҙҙы яҡлаусыларҙың батырлығы, намыҫы һәм үҙ-ара ярҙамы символы булып тора. Башҡортостан флагы төшөрөлгән шеврон хәҙер танытыу билдәһенән күберәкте аңлата — ул батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, антҡа тоғролоҡ һәм үҙ-ара ярҙам итеү символы», – тине Республика Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина.