Башҡортостанда "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" тигән конкурс бара. Ул "Ғаилә" милли проектының "Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы" федераль проектына ярашлы ойошторолған. Конкурста Шишмә районы Дурасов ауылынан күп балалы Хәсәновтар ғаиләһе ҡатнаша.
Хәсәновтар республика конкурсының зона этабында еңгән. Улар татыулыҡ, бер-береһен аңлап эш итеү өлгөһөн күрһәткән. Хәҙер инде улар республика этабына әҙерләнә.
Ғаилә башлығы Венер Зинур улы Шишмә район дауаханаһында водитель булып эшләй. Ҡатыны Дания Фәнил ҡыҙы Дурасов мәктәбендә уҡыта. Ғаиләлә дүрт бала үҫә.
Өлкән улдары Арыҫлан ҡурайҙа шәп уйнай, "Урал батыр" эпосын яттан һөйләй, шиғыр һөйләүселәр конкурстарында ҡатнаша.
Уртансылары Ғәфүрбай гитарала уйнарға өйрәнә.
Ҡыҙҙары Миләүшә бейергә ярата.
Кинйәләре Ризуан – ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ малай, ағайҙарынан бер нәмәлә лә ҡалышмаҫҡа тырыша.
Күптән түгел Хәсәновтар ҙур йорт һалып инде. Татыу ғаиләлә башҡорт йолалары һаҡлана. Хәстәрлекле һәм ярҙамсыл булыу, өлкәндәргә хөрмәт күрһәтеү баһалана.
Сығанаҡ: Шишмә район хакимиәте.