-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль , 16:55

Башҡорт әкиәттәре иллюстрацияларын Мәскәү күргәҙмәһенә ҡуйғандар

Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт балалар китапханаһында "Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" күргәҙмәһе асылған.

Күргәҙмәлә "Детская литература" нәшриәтенең "Дом сказок" серияһына ингән төрлө халыҡ әкиәттәренә, шул иҫәптән башҡорт әкиәттәренә, эшләнгән иллюстрациялар ҡуйылған.

Күргәҙмәне Рәсәй халыҡтарының көнкүреш әйберҙәре һәм йыһаздары ла биҙәй.

Күргәҙмә планшеттарындағы QR-кодтарҙы сканлап, "Мульти-Россия" йәнһүрәте серияһын ҡарарға була. Унда төбәктәр белгесе Айыу илебеҙ төбәктәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе һөйләй.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас