-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль , 17:28

Әбйәлил уҡыусылары – Рәсәй олимпиадаһы төбәк этабы призерҙары

Әбйәлил районы Асҡар ауылы Таһир Кусимов исемендәге  гимназияның Илгизәр Дауытов иҡтисад буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында призер булған.

Шуныһы: 8-се синыф уҡыусыһы Илгизәр 9-сы синыф заданиеларын үтәгән һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.

Призлы һөҙөмтә йәш иҡтисадсының һәләтле егет булыуын күрһәтә, остазының олимпиадасыны һәйбәт әҙерләй алғанын да раҫлай.

"Мине һәр ваҡыт финанстарҙың нисек ҡоролғаны, ни өсөн бер компанияларҙың уңышлы, икенселәренең уңышһыҙ булыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Олимпиадаға әҙерләнгәндә беҙ мәктәптә үтмәгән мәсьәләләрҙе лә сисергә тура килде. Ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс булды был. Уҡытыусым Рәмилә Мостафа ҡыҙына рәхмәт, ул миңә ышанды һәм ярҙам итте. Хәҙер мин асыҡ беләм: киләсәк һөнәрем иҡтисад менән бәйле буласаҡ", – ти Илгизәр Дауытов.

Иҡтисад олимпиадаһында Асҡарҙың 1-се мәктәбенең 11-се синыф уҡыусыһы Руслана Нишанова ла призер булыуға өлгәшкән.

Әбйәлилдәрҙең яҡшы һөҙөмтәләре "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә һәләтле балаларҙы үҫтереү эшен системалы алып барыу арҡаһында мөмкин булған.

Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас