Еңеүселәрҙе йыл һайын Рәсәйҙең төп тарихсыларынан торған эксперт советы билдәләй.
Санкт-Петербургтағы А.И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетында Н.П. Румянцев исемендәге хәйриә фондының "Тарих уҡытыусыһы" II Бөтә Рәсәй хәйриә премияһы менән наградлау үткән.
Премияның абсолют еңеүсеһе, Гран-при хужаһы тип Өфөнөң "Новошкола" белем биреү үҙәгенең тарих уҡытыусыһы Юлия Наил ҡыҙы Садиҡова иғлан ителгән.
Төп призды уға тарих уҡытыуға индергән ҙур өлөшө, ҡулланған инновацион алымдары һәм уҡыусыларҙы тарихи темаларҙы тәрән аңлап үҙләштереүгә рухландырғаны өсөн биргәндәр.
Фото: Н.П. Румянцев исемендәге хәйриә фонды / матбуғат хеҙмәте.
Башинформ таҫмаһынан.