Атай-әсәйҙәр – суперкөс! Башҡортостандағы ата-әсә комитеттары ата-әсә берләшмәләре инициативалары конкурсының өсөнсө миҙгелендә ҡатнашыуға саҡырыла. Ғаризалар 26 февралдә ҡабул ителә башланы. Ғаризаны 15 майға тиклем "Знание.Родители" сайтында бирергә кәрәк.
Рәсәй конкурсының тәүге ике миҙгелендә Башҡортостан ата-әсәләре үҙен иң әүҙемдәре итеп күрһәтте: бөтәһе 647 проект тәҡдим итте, шуның 83-ө еңде. Ул проекттар йәмғеһе 54 миллион һумлыҡ финанслау алды.
Әле башланған миҙгелдә финанслау арттырылған, хәҙер гранттарҙың күләме 200 меңдән 2 миллион һумғаса тәшкил итә.
15 майға тиклем ғариза бирелә, июндә еңеүселәр иғлан ителә, июлдә грант аҡсалары түләнә.
Проектҡа хәүеф төркөмөндәге үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүгә баҫым яһала – улар өсөн балдар өҫтәлә.
Проекттар шулай уҡ патриотик, экологик, эстетик тәрбиә, ғилми белем биреү һәм мәктәп мөхитен үҫтереүҙең башҡа өлкәләре буйынса була ала.
Сығанаҡ: Башинформ.