Бөгөн "Торатау" конгресс-холында халыҡ-ара баҡсасылар форумы эшләй. "СМАРТ-баҡсасы" форумы Башҡортостанда 5-се тапҡыр үтә. Форум ултырышы алдынан күргәҙмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡараны.
Балалар араһында баҡса эшен яратыусылар күп. Уларҙы үҙҙәре сәсеп, тәрбиәләп үҫтергән йәшелсәләр, сәскәләр, ағастар, ҡыуаҡтар, үҙ эштәренең һөҙөмтәһен күреү ҡыуандыра. Балалар ихласлап йәшеллек үҫтереү, ашламаларҙы, препараттарҙы ҡулланыу серҙәрен өйрәнә.
"СМАРТ-баҡсасы" форумы күргәҙмәһендә "БашИнком" фәнни-файҙаланыуға индереү предприятиеһы үҙ продукцияһы менән таныштыра.
Предприятиеның күп йылдар сығарылған "Фитоспорин", "Гуми" препараттарын кем генә белмәй! Республикабыҙҙың ғорурлығы булырлыҡ предприятие үҫентеләргә көс бирә, ауырыуҙарға һәм зарарлы организмдарға ҡаршы көрәшә торған препараттар етештерә. Баҡсасылыҡ, бүлмә гөлдәре, сәскәләр үҫтереүсе һәр кем "БашИнком" продукцияһын ҡуллана. Предприятие республиканың бер нисә мәктәбендә тәжрибә участкаларында эшләгән балалар менән хеҙмәттәшлек итә, улар менән бергә һынауҙар үткәрә.