Рәсәйҙә пилотһыҙ осҡостар тураһында тәүге дәреслек сыҡҡан. Ул "Беспилотные летательные аппараты. От устройства до выбора профессии" тип атала. 10–11-се синыфтарға тәғәйенләнгән.
Дәреслек физика һәм информатика дәрестәрендә теманы тәрәнтен өйрәнеүгә тәғәйенләнә. Түңәрәктәрҙә һәм клубтарҙа ла ҡулланыла ала.
Уҡыусылар БПЛА эшләү, хеҙмәтләндереү, уға идара итеү, осоштарын программалау күнекмәләрен, шулай уҡ пилотһыҙ осҡостарҙы файҙаланыуға ҡағылышлы ҡануниәтте өйрәнәсәк.
Һүрәттә: Стәрлетамаҡ студенты Владислав Шепелевтың борщевик таралыуын контролләү өсөн яһаған дроны.