-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март , 13:20

Әбйәлил районында яңы полилингваль мәктәп асылды

Бөгөн Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа полилингваль мәктәп асылды. Мәктәп менән бергә балалар баҡсаһы ла эшләй башланы. Яңы объектты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең ВКС режимында барған ултырышында асты. Белем усағы республикалағы 12-се полилингваль мәктәп булып тора.

Радий Хәбиров балаларға яҡшы уҡыуҙарын теләне, эштәре һәм илһөйәрҙәр тәрбиәләгәндәре өсөн уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Мәктәпкә "Хазина" тигән исем биргәндәр. Район башлығы Айрат Әминев "Хазина"ның асылыуын бөтә район байрамы тип атаны. Мәктәптә 640 уҡыусы уҡыясаҡ,  ә баҡсаға 160 бала йөрөйәсәк.

"Махсус хәрби операция барған осорҙа бөтәбеҙ өсөн дә хәл бик ҡатмарлы, ил, республика етәкселеге социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә бөтә көстө һалғанын аңлайбыҙ. Мәктәптәр төҙөлә, ремонтлана. Мәғарифты үҫтереп, һеҙ киләсәкте үҫтереүгә өлөш индерәһегеҙ. Бының өсөн рәхмәт һеҙгә", – тине район башлығы.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас