1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһе еңеүселәрен ҡотлау сараһы үткән.
Еңеүселәр кемдәр?
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2026” конкурсында Ғафури районынан Мәрүәйевтәр ғаиләһе Гран-при яулаған.
“Ғаилә ижады” номинацияһы:
1-се урын – Әбүбәкеровтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
2-се урын – Хәлиловтар ғаиләһе, Федоровка районы,
3-сө урын – Байтимеровтар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Ленин районы.
“Ғаилә кәсебе” номинацияһы:
1-се урын – Вахитовтар ғаиләһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
2-се урын – Фәхретдиновтар ғаиләһе, Ғафури районы,
3-сө урын – Мөсәлимовтар ғаиләһе, Белорет районы.
“Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһы:
1-се урын – Басировтар ғаиләһе, Салауат районы,
2-се урын – Аҡыловтар ғаиләһе, Көйөргәҙе районы,
3-сө урын – Аҙнағоловтар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Совет районы.
Махсус номинациялар:
“Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе” – Хисмәтуллиндар ғаиләһе, Өфө ҡалаһы, Киров районы;
“Күп балалы башҡорт ғаиләһе” – Фәхрийәновтар ғаиләһе, Бөрйән районы;
“Йәш ғаилә” – Харасовтар ғаиләһе, Октябрьский ҡалаһы; “Донъясыл ғаилә” – Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһе, ХМАО-Югра, Сорғот ҡалаһы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите / Гүзәлиә Балтабаева.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Халыҡтар дуҫлығы йорто.