0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март , 12:50

Башҡортостан Файҙалы уйындар фестивален ҡабул итәсәк

25–26 апрелдә Өфөлә Файҙалы уйындар фестивале үтәсәк. Был фестиваль илдә беренсе тапҡыр ойошторола. Уны Рәсәйҙең Фәнни-технологик инициатива түңәрәктәр хәрәкәте менән "Берлога" милли киберфизика платформаһы ойоштора.

Күләмле сара уйын проекттарын, мәғарифты һәм геймдев-индустрияны үҙ эсенә ала.

Фестиваль "Торатау" конгресс-холында һәм башҡа платформаларҙа барасаҡ.  Унда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, бөтә Рәсәйҙән уҡыусылар, студенттар, педагогтар ҡатнашасаҡ.

Ҡунаҡтарға әкиәттәрҙән башлап, кодингы, космос симуляторҙары, бөтә Рәсәй буйлап квестары булған ҡатмарлы стратегияларға тиклем файҙалы уйындар тәҡдим ителәсәк.

Ойоштороусылар ҡыҙыҡлы Ватан эшләнмәләрен, шул иҫәптән 2025 йылғы Файҙалы уйындар акселераторҙары проекттарын тәҡдим итәсәк.   «Берлога: Защита пасеки» һәм уның киберспорт версияһы булған «Берлога: Защита пасеки.Арена» уйындарында программа яҙыу турниры планлаштырылған.

Фестиваль алдынан Бөтә Рәсәй файҙалы уйындар марафоны үтә. Ул яһалма аң, космос һәм пилотһыҙ технологиялар темалары буйынса уйын проекттарына арнала.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас