Рәсәй Банкы 5–17 йәшлек балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе финанс белемдәре һәм эшҡыуарлыҡ буйынса онлайн-олимпиадаға саҡыра. Рәсәй ярышы 3 мартта башлана, 2 апрелдә тамамлана.
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн ниндәйҙер махсус белемдәр кәрәк түгел. Һәр йәш төркөмөнә эшләй алырлыҡ заданиелар һәм һорауҙар бирелә.
Олимпиада «Миссия «Компьютер»: как накопить на мечту» тигән онлайн-дәрестән башлана. Был дәрестә уҡыусыларға ҡиммәтле әйберҙәрҙе һатып алыу өсөн аҡсаны нисек йыйырға, ҡайҙа һаҡларға, дипфейктарҙы нисек танырға, уғрыларҙан нисек һаҡланырға өйрәтәсәктәр.
Онлайн-турнир алтынсы йыл рәттән үткәрелә. 2021 йылда унда Башҡортостандан 11,5 мең бала ҡатнашһа, былтыр был һан 38 меңдән ашып киткән. Был турала БР Милли банкында һөйләгәндәр.
Сығанаҡ: Башинформ.