Башҡортостан йәштәре, мәҙәниәт, спорт, патриотизм, мәғариф, медиа өлкәһендә һәм тағы ла 13 тематик номинацияла проект тәҡдим итеп, уны үтәүгә 1 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Росмолодежь иғлан иткән грант конкурсы ил Президенты В. Путин башланғысы менән булдырылған "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә бара.
Грант конкурсында илдең 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәре ҡатнаша ала.
Былтыр Бөрөнән 21 йәшлек Михаил Выдрин – экологик акцияға 270 мең һум, Өфөнән Ангелина Степанова балалар өсөн туристик слет үткәреүгә 450 мең һумдан ашыу грант ота. Октябрьский ҡалаһынан 16 йәшлек Семен Борденюк үҙенсәлекле үҫешле кешеләр өсөн профессиялар мәктәбен асыуға 530 мең һум ала.
Ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.
Сығанаҡ: Башинформ.