Март айында, "Ҡыңғырау урынына моңдар" Бөтә Рәсәй проектына ярашлы, мәктәптәрҙә ҡыңғырау сыңы урынына Ҙур театр юбилейына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған музыкаль композициялар яңғырай.
Уҡыусыларҙы дәрестәргә Михаил Глинканың "Руслан һәм Людмила" операһына увертюра, Петр Чайковскийҙың "Евгений Онегин"ынан өҙөк, ошо уҡ композиторҙың"Аҡҡош күле" балетынан "Бәләкәй аҡҡоштар бейеүе", Александр Бородиндың "Кенәз Игорь" балетынан "Ел ҡанаттарында ос" композицияһы саҡыра.
Мартта мәктәптәрҙә 2025 йылғы "Ҡыңғырау урынына моңдар" Бөтә Рәсәй инструменталь һәм һынлы сәнғәт конкурсы еңеүселәре тарафынан башҡарылған көйҙәр ҙә яңғырай.
Сығанаҡ: Башинформ.
Беҙҙең MAX каналына max.ru/amanatrb ҡушылығыҙ!