-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март , 13:01

Бында осраҡлы кешеләр инмәй

2025 йылдың октябренән башлап "Сферум" сервисы "Макс" платформаһында эшләй.

Бында осраҡлы кешеләр инмәй
Бында осраҡлы кешеләр инмәй

2025 йылдың октябренән башлап "Сферум" сервисы "Макс" платформаһында эшләй.

Белеүебеҙсә, "Сферум" – уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә тәғәйенләнгән  уҡыу онлайн-платформаһы. Үҙеңдең мәктәбеңә электрон көндәлек йә администрацияға бирелгән ғариза аша ҡушылып була, йәғни мәктәп чаттарында торған, контакттарҙа булған кешеләр генә индерелә. Йәғни осраҡлы кешеләр үткәрелмәй. Ябыҡ мөхиттә реклама, спам-фәлән дә юҡ.

"VK Мессенджер" ҡушымтаһында ла "Сферум" эшләп ҡалған, әммә унда хәҙер яңы чаттар асыу мөмкинлеге юҡ. Иҫкеләренең дә күбеһе уҡыу өсөн генә һаҡланып ҡалған. Бөтәһе лә – "Макс"та.

 

Автор: Альфия Акбутина
Теги: макс
Читайте нас