-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март , 20:04

Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте

Өфөлә Кескәй принцессалар балы йыл да үтә. Быйылғыһы – етенсе. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар, шулай уҡ ауыр тормош хәленә эләккән ғаиләләрҙең, МХО яугирҙәренең үҙенсәлекле балалары балға саҡырылды.  Уларҙы етеп килгән байрам менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.

Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте

Өфөлә Кескәй принцессалар балы йыл да үтә. Быйылғыһы – етенсе. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар, шулай уҡ ауыр тормош хәленә эләккән ғаиләләрҙең, МХО яугирҙәренең үҙенсәлекле балалары балға саҡырылды.  Уларҙы етеп килгән байрам менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.

Башҡортостан етәксеһенең тормош иптәше, "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының бағыусылыҡ советы рәйесе Каринэ Хәбирова патронажлығында үткән сараға республиканан бөтәһе 270-ләп кеше йыйылды.

"Ҡәҙерле ҡыҙҙарыбыҙ, хөрмәтле, ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Урамда ҡояш, һәм ошо көндәрҙә беҙ иң мөһим яҙғы байрамды көтөп йәшәйбеҙ. Һеҙ, ысынлап та, ысын принцессалар. Матурҙар, сағыуҙар. Әммә һеҙ матур ҡыҙҙар ғына түгел, һеҙ бик көслө, талантлы һәм бәхетле лә. Һеҙгә һәр ваҡыт шулай матур булып ҡалыуығыҙҙы, тормош ауырлыҡтарының һәм ауырыуҙарҙың һеҙҙең алдан сигенеүен, тормоштағы бөтә кәртәләрҙе еңеүегеҙҙе теләйем.

Бөгөн әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең яҡта, һәр ваҡыт эргәлә буласаҡбыҙ, һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ һәм яҡлаясаҡбыҙ. Һеҙ – донъялағы иң матур әсәйҙәр.

Мин беләм, был залдағы күп кенә принцессаларҙың атайҙары бөгөн махсус хәрби операцияла. Улар – иң ысын геройҙар, беҙҙең өсөн иң мөһим кешеләр. Уларға беҙҙең һөйөүҙе еткерегеҙ, уларға сәләм әйтегеҙ, беҙ барыбыҙ ҙа уларҙы көтәбеҙ. Һеҙҙе яҙҙың иң мөһим байрамы менән тағы бер тапҡыр ҡотлайым. Һау-сәләмәт, бәхетле һәм уңышлы булығыҙ", – тине Радий Хәбиров.

Кескәй принцессаларҙы Каринэ Хәбирова ла ихлас ҡотланы: "Һеҙ ниндәйҙер әкиәт китабынан төшкән кеүекһегеҙ. Әлеге мәлдә һеҙҙә, һеҙҙең күңелегеҙҙә, йөрәгегеҙҙә булған әкиәт һәм бәхет тойғоһо оҙаҡ һаҡланыуын теләйем", – тине Каринэ Владимировна һәм әсәйҙәргә балаларының әлеге бәхетле мәлдәренән кинәнес алыуҙарын теләне.

Балаларға бүләктәр бирелде. Улар уйнаны, бейене, интерактив уйындарҙа ҡатнашты. Һуңынан бөтәһе "Летучий корабль" тигән музыкаль спектакль ҡараны.

Фото: Башинформ.

Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Өфөлә кескәй принцессалар балы үтте
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас