-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март , 16:29

Федераль проект хәүеф төркөмөнә ингән үҫмерҙәргә ярҙам итәсәк

Башҡортостан Рәсәйҙең ауыр хәлгә тарыған үҫмерҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәк "Кисеү" / "Переправа" социаль әһәмиәтле проетына ҡушылған. Проект әлегә илдең 10 төбәгендә тормошҡа ашырыла башлай.

Федераль проект хәүеф төркөмөнә ингән үҫмерҙәргә ярҙам итәсәк
Федераль проект хәүеф төркөмөнә ингән үҫмерҙәргә ярҙам итәсәк

Башҡортостан Рәсәйҙең ауыр хәлгә тарыған үҫмерҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәк "Кисеү" / "Переправа" социаль әһәмиәтле проектына ҡушылған. Проект әлегә илдең 10 төбәгендә тормошҡа ашырыла башлай.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһының эксперт төркөмө ултырышында проекттың нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында фекер алышыу булған.

РФ Президентының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Мария Львова-Белова билдәләүенсә, бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәр һаны үҫә, проект шуға ҡаршы көрәшергә тейеш.

Проектта ҡатнашыусы төбәктәрҙә, яңы иҫкәртеү саралары ҡулланып, үҫмерҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү системаһы булдырыу ҡарала. Ул үҫмерҙәрҙе етди хаталарҙан аралар, ауыр мәлдәрҙә ғаиләләренә таяныс булыр, тигән  ышаныс белдерә Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса омбудсмены Ольга Панчихина.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас