Башҡортостан Йәмәғәт палатаһында балалар һәм үҫмерҙәрҙең интернет-мутлыҡтарға ылығыуын иҫкәртеү буйынса фекер алышыу булған.
Төбәктә балалар һәм үҫмерҙәр яратҡан Among Us Һәм Roblox уйындарында мутлыҡтарға ҡаршы көрәш дауам итә.
Республикала эш иткән кибердружинниктар 4 меңгә яҡын "насар" һылтанма тапҡан.
Башҡортостанда йәштәрҙең көс структуралары вәкилдәре менән осрашыуҙары үтә. Былтыр уларҙа 44 мең кеше ҡатнашҡан. Бындай осрашыуҙар дауам иттереләсәк.
Социаль әүҙемлек һәм офлайн-уңыштар йәштәргә онлайн-еңеүҙәрҙән һәм уйлап сығарылған донъянан биҙергә ярҙам итә.
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте министрлығы 7–10-сы синыфтар уҡыусылары өсөн "Мәғәнә үткәреүселәр" / "Проводники смыслов" федераль проектын тормошҡа ашыра башлай. Проект барышында уҡыусыларҙы ирекмәндәр берләшмәләренә, йәштәр ойошмаларына, "Беренселәр Хәрәкәте"нә ылыҡтырасаҡтар, федераль конкурстар һәм форумдарҙа ҡатнашырға тәҡдим итәсәктәр.
Әлеге ваҡытта остаздар әҙерлек үтә. Проекттың саралары апрелдә башланасаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.