-8 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март , 17:43

Һаулыҡҡа яраҡлы ризыҡтар тәҡдим ителә

Илдә тәүге булып беҙҙең республикала ата-әсәләр менән бергәләп диабетлы һәм фенилкетонуриялы балалар өсөн махсуслаштырылған меню төҙөлә. Тарихы былай була.

Һаулыҡҡа яраҡлы ризыҡтар тәҡдим ителә
Һаулыҡҡа яраҡлы ризыҡтар тәҡдим ителә

...2020 йылда республика етәкселегенә ата-әсәләр төркөмө килә. Уларҙың балалары сәләмәтлеге арҡаһында аҙыҡты һайлап ҡына ашарға мәжбүр, нимә бирәләр – шуны ашап ултыра алмай. Мәсьәләне хәл итергә кәрәк!

Ул ваҡытта илдең бер төбәгендә лә әҙер сиселеш булмай. Бөтәһен дә үҙебеҙҙә эшләргә кәрәк була.

Төрлө белгестәр ҡатнашлығында эш башлана. Йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткән рецептар ҙа ҡулланыла. Меню Роспотребнадзор һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килештерелә. 2024 йылда глютенһыҙ меню төҙөлә. Шулай итеп, сетерекле мәсьәлә сиселеш таба.

Фото: Freepik.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас