Биш-алты йыл элек кенә мәктәп туҡланыуы күпселек ата-әсә өсөн бик ауыр тема ине. Киҫкен мәсьәләләр ата-әсәләр йыйылыштарында күтәрелде, унда етәкселәр, йәмәғәт туҡланыуы вәкилдәре, медицина белгестәре саҡырылды. Тәмле булһа, балалар ашар ине, тине ата-әсәләр. Улар күп осраҡта хаҡлы ине. Башҡортостан етәкселеге был өлкәләге мәсьәләләрҙе бер-бер артлы хәл итеүгә тотондо.
Радий Хәбиров республикала "Һөт кухнялары" селтәрен тергеҙеү бурысын ҡуйҙы. Әлеге көндә ул тулыһынса аяҡҡа баҫҡан һәм берҙм талаптарға ярашлы эшләй.
2019 йылда заманса балалар туҡланыуы системаһы төҙөлә башлай. Эре-эре һәм ышаныслы туҡланыу операторҙары төбәктә нығына. Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы әүҙемләшә. Уға ингән ойошмалар әле бөтә балаларыбыҙҙың 4/3 өлөшөн эҫе аш менән тәьмин итә.
2020 йылда илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан 1–4-се синыфтар өсөн бушлай туҡланыу ойоштора. Былтырҙан башлап МХО ҡатнашыусылары балалары, күп балалы мохтаж ғаиләләрҙәге балалар, инвалида балалар ҙа түләүһеҙ туҡлана. Был льгота балалар баҡсаһына ла, мәктәпкә лә, урта профессиональ уҡыу йорттарына ла ҡағыла.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, "ҡайһы бер балалар өсөн мәктәп ашы берҙән-бер сифатлы ризыҡ ашау мөмкинлеге булып тора. Шуға беҙ был темаға ҙур иғтибар бирәбеҙ".
Башҡортостан мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы камиллаштырыу буйынса эш туҡтамай. Аҙыҡ сифатына ялыуҙар кәмеүе (2019/2020 уҡыу йылында – 700-ҙән ашыу, 2025/2026 – 146 ялыу) эштең һөҙөмтәлелеген күрһәтеп тора.
Һуңғы биш йыл эсендә төбәктәге бөтә мәктәп ашханаларында тикшереү үткән, аҙыҡ-түлек блоктары ремонтланған, яңы ҡорамалдар ҡуйылған.
Ашханалар урындағы етештереүселәрҙең, шул иҫәптән ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһын йылдан-йыл күберәк ҡуллана. Балалар рационында үҙебеҙҙең ризыҡ күләме 2019 йылғы 52 проценттан әле 76 процентҡа еткән.
Башҡортостанда балалар туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылды.
"Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡала учреждениелары араһында Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе еңеүсе булды. Өфөнөң 115-се гимназияһы иң яҡшы 20 иҫәбенә инде. Стәрлетамаҡтың 7-се мәктәбенең шеф-ашнаҡсыһы Рима Черненко "Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы" номинацияһында икенсе урын алды.
Төбәк туҡланыу операторҙарының III Башҡортостан форумында республика Башлығы Радий Хәбиров былай тине: "Күп ваҡытын мәктәптә үткәргән балаларыбыҙ һаулығының мөһим өлөшө – социаль туҡланыу. Был өлкәлә эшләүселәр ҙур миссия башҡара, дәүләт сәйәсәнең өҫтөнлөклө бурыстарының береһен хәл итә".
Шулай итеп, балалар туҡланыуы дәүләттең мөһим бурыстары иҫәбендә тора.
Башинформ мәғлүмәттәре ҡулланылды.
Фото: ЦУР Башҡортостан / социаль селтәрҙәр.