Балалар туҡланыуына арналған III Төбәк форумда балаларҙың һаулығына ҙур иғтибар бирелде. Төрлө ауырыуы булған балалар өсөн махсус диетик рациондар төҙөү тураһында һөйләнеләр.
БР Мәғариф министрлығы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә Төбәк туҡланыу операторҙарының III республика форумы алдынан менюҙарҙың яңыртылған стандарттарын тәҡдим итә.
Төрлө ауырыуы булған балаларға, шул иҫәптән һимереүҙән яфаланғандарға махсус меню төҙөлә.
"Дөрөҫ туҡланыу баланың һаулығын һәм нормаль хәлен һаҡлауҙа мөһим роль уйнай, шулай уҡ уҡыуҙа өлгәшен яҡшыртыуға һәм дөйөм үҫешенә булышлыҡ итә. Форумда бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, 1–4-се синыфтар уҡыусылары өсөн бушлай эҫе туҡланыу индереү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ашҡаҙан-эсәк системаһы ауырыуҙары кәмеүе күҙәтелә. Һуңғы биш йылда күрһәткес 18 проценттан 3 процентҡа ҡалған. Был факт ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген һәм үҫеп килеүсе быуын өсөн сәләмәт туҡланыуҙың әһәмиәтен раҫлай", – ти Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина.
Башинформ мәғлүмәттәре ҡулланылды.
Фото: Башинформ.