Һуңғы алты йыл эсендә Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы 14 етештереү майҙансығын булдырған. Уларҙа етештерелгән бөтә продукция балалар туҡланыуы өсөн дәүләт теркәүе үткән.
Быйыл 4 мартта Шишмә районында "ВкусЛайн" балалар һәм диетик туҡланыу заводы асылды. Компания 2017 йылда уҡ Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыуҙы ойоштороусы булараҡ эш башлаған. 2020 йылдан алып ул үҙенең производстволарын төҙөй.
Ассортиментта – 90-дан ашыу атама: ит һәм балыҡ ярымфабрикаттары, кулинария, десерт, сәләмәтлек талаптарына махсуслаштырылған ризыҡтар һ.б.
Компанияның продукцияһы 720 белем биреү учреждениеһына таратыла.
«Бөгөн ҙур предприятие эшләй башланы. Хәтерегеҙҙәлер, балаларҙың өҫтәлендә Башҡортостанда етештерелгән продукция булһын өсөн күп көс һалырға тура килде. Бик ҡатмарлы бурыс булһа ла, беҙ балаларҙы республикала етештерелгән сифатлы продукция менән тәьмин итергә тырышырға тейешбеҙ. Әйткәндәй, был файҙалыраҡ та», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда үҫтерелгән һәм етештерелгән продукцияны ҡулланыу киңәйә бара. Республикала "Үҫентенән – өҫтәлгә" инновацион проекты уңышлы эшләй. Мәҫәлән, белем биреү учреждениеларының күпселеге өсөн Шишмә емеш-йәшелсә питомнигында үҫтерелгән еләктәр, алма, картуф, ҡарабойҙай ризыҡтары әҙерләнә.
Туҡланыу сифаты мониторингы федераль үҙәге директоры Валентина Иванова билдәләүенсә, урындағы продукция күп һанлы аралашсылар ҡыҫылыуынан тыш туранан-тура мәктәп ашханаларына бара. Был сифатты контролдә тоторға ярҙам итә, үҙҡиммәтте кәметә. Республика проекты Рәсәйҙә иң алдынғыларҙың береһе һанала һәм "Мәктәп туҡланыуы" федераль программаһы маҡсаттарына тулыһынса яуап бирә.
Мәктәптәрҙә вариатив меню индерелә – балалар туҡланыу рационын һайлауҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында иртәнге һәм төшкө аш блюдоларын балалар үҙҙәре һайлай һәм тауыш бирә.
"Көн дә беҙ синыфташтарым менән бергә икенсе блюдолар, гарнирҙар, турамалар һәм эсемлектәрҙең бер нисә вариантынан үҙебеҙгә оҡшағанын һайлайбыҙ. Бөтәһе лә тәмле лә, файҙалы ла", – ти лицей уҡыусыһы Әминә Аллабирҙина.
Нефтекама уҡыусылары емеш-йәшелсә фреш-коктейлдәре, тиҙ туңдырылған еләк һәм емештән компоттар исемлегенән оҡшағанын һайлай.
"Фреш-коктейль" линияһы ата-әсәләрҙә зарарлы булочкалар менән коржиктарҙан торған мәктәп буфеты образын үҙгәрткән. Тәмлекәс уңайлы ҡаптарға тултырыла, шуға уҡыусылар уны үҙҙәре менән йөрөтә ала.
Мәктәп ашханаларына әҙер төшкө аштар "реторт-ҡаптарҙа" оҙатыла. Ул – дүрт ҡатлы герметик ҡап, ауырлығы ни бары 10 грамм.
"Минченко консалтинг" коммуникацион холдингы президенты, политолог Евгений Минченко фекеренсә, Башҡортостандағы балалар һәм социаль туҡланыу системаһы тотороҡло индустриаль экосистема сифатында үҫә. Үҙенең каналында Минченко Башҡортостан тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә таратыу фекерен белдерә.
"Башҡортостан кейсы "бер тапҡырлыҡ акцияларҙан" тотороҡло индустриаль экосистемаға күсеүҙе күрһәтә. Тормошҡа ашырыуҙың эҙмә-эҙлелеге ("һөт кухнялары"нан алып мәктәп менюһының берҙәм стандартына тиклем) власҡа ышаныстың тотороҡло кредитын булдыра, ул иһә федераль танылыуға һәм социаль тотороҡлолоҡҡа әүерелә", – ти Евгений Минченко.
Киләсәккә пландар тураһында
"Минең уйымса, беҙ хәлде тотороҡлаштырҙыҡ, тәртип урынлаштырҙыҡ, хәҙер әйҙәгеҙ артабанға хыялланайыҡ. Әйҙәгеҙ киләсәккә ҡарайыҡ. Хәҙер сәләмәт туҡланыуға бик күп иғтибар бирелә. Тотош профессия барлыҡҡа килде – нутрициолог. Кешеләр туҡланыуҙың сәләмәтлек, оҙон ғүмер икәнен аңлай, һаулыҡ нигеҙе бәләкәй саҡта һалына. Шуға, моғайын, быны милләтте һаҡлау мәсьәләһе тип тә әйтергә булалыр", – тигән Радий Хәбиров "Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе һорауҙарына яуап биргәндә.
Фото: Башинформ.
Башинформ мәғлүмәттәре ҡулланылды.