-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март , 15:02

Республика балалар клиник дауаханаһы ни өсөн Рәсәйҙә иң алдынғыһы?

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһын Рәсәйҙә "Педиатрия профилендәге иң яҡшы медицина ойошмаһы" тип атаған.

Республика балалар клиник дауаханаһы ни өсөн Рәсәйҙә иң алдынғыһы?
Республика балалар клиник дауаханаһы ни өсөн Рәсәйҙә иң алдынғыһы?

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһын Рәсәйҙә "Педиатрия профилендәге иң яҡшы медицина ойошмаһы" тип атаған.

 

"Беҙҙең РБКД танылған Мәскәү стационарҙары менән конкурент булды һәм иң яҡшыһы тип табылды. Был – иң юғары профессионаллек билдәһе", – тине Башҡортостан Башлығы бөгөнгө Хөкүмәт ултырышында.

Ниндәй яҡтары менән алдынғылыҡты яулаған беҙҙең дауахана?

Уның баш табибы Людмила Семавина һөйләүенсә, дауаханала сифат системаһы булдырылған. Эш күрһәткестәрен тәрән анализлау менән бер рәттән, халыҡтың да медицина ярҙамынан ҡәнәғәт ҡалыу кимәле баһалана. Баш табип билдәләүенсә, быны башҡарырға бер кем дә мәжбүр итмәй, етмәһә, бик күп ваҡыт һәм көс  талап иткән эш ул. Әммә һөҙөмтәле булғас, баш тартмайҙар.

Дауаханала катамнез системаһы индерелгән. Катамнез – дауалағандан һуң пациентты күҙәтеүҙе дауам итеү. Баланы участка педиатры ғына түгел, РБКД белгесе лә күҙәтә, быныһы телемедицина аша ла тормошҡа ашырыла. Катамнез тотош ил буйлап тик беҙҙә генә ҡулланыла.

Людмила Семавина 54 йыл элек асылған дауахананың проблемалары тураһында ла һөйләне. Корпустарға ремонт кәрәк. Инвалид балалар дауаханаға ата-әсәһенән берәйһе менән ята, шуға өлкәндәрҙе койка менән тәьмин итеү, бының өсөн палаталарҙың майҙанын арттырыу мөһим. Тихорецкая урамындағы иҫкергән психоневрология корпусын ябып, пациенттарҙы төп корпустарға күсереү  бүлексәләрҙең майҙанын тығыҙлатҡан.

Радий Хәбиров март айында Республика балалар клиник дауаханаһына барырға һәм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә вәғәҙә итте.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас