Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемендәге синыф уҡыусылары сафтарына
Баймаҡ ҡалаһы "Айыуҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡушыла. Дүртенсе йыл рәттән мәктәпкә әҙерлек төркөмөндәге балалар шайморатовсылар рәтенә ҡабул ителә.
Быйылғы сарала яугир Италмасов Сәлимйән Сөләймән улы ҡатнашты. 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының ҡыҙыл байрағы тантаналы рәүештә йәш шайморатовсылырға тапшырылды. Балалар Ватаныбыҙға тоғролоҡҡа ант итте. Легендар генералдың исемен йөрөткән тәрбиәләнеүселәребеҙ һәр яҡлап өлгөлө, намыҫлы шәхестәр булырына шик юҡ.
Баҡсабыҙҙа куп йылдар дауамында атайҙар ҡоро эшләп килә. Һәр төркөмдә бер ҡор башы һайланған. 2020 йылда Урал батыр майҙансығына ҡушылғас атайҙар ҡороның эше тағыла нығыраҡ яйланды.
"Урал батыр" эпосындағы "ямандың эскәне ыу булыр, яҡшының эскәне һыу булыр" тигән тәғлимәткә таянып, конференция үткәрелде.
"Йәшәрһен мәңге, үлмәҫ төҫ алһын" тигән аллеяға атайҙар, олатайҙар һәм балалар бергәләп ағастар ултытрты, ҡартайған ағастарҙы тәрбиәләне.
Малайҙарға атай-олатайҙар өлгөһөндә тәрбиә биреү маҡсатында баҡсала "Атанан күргән уҡ юнған" тигән шәжәрә байрамдары булды.
Беҙҙең баҡсала ошо бәләкәй генә тәрбиәүи саралар аша һәр баланың күңеленә илһөйәрлек, тыуған ергә һөйөү хистәре йүнәлтелә.
Гүзәлиә ДӘҮЛӘТШИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.