Өфөләге 263-сө балалар баҡсаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған шәп байрам үтте! Бәләкәй артистарыбыҙ әсәйҙәренә, өләсәйҙәренә, апайҙарына онотолмаҫ шатлыҡ һәм бәхет минуттары бүләк итте.
Залда үҙенсәлекле мөхит булды: сағыу костюмдар, күңелле йырҙар, йәнле бейеүҙәр һәм, әлбиттә, ихлас йылмайыуҙар!
Балалар һөйөклө әсәләренә яратып шиғырҙар, йырҙар, хатта ҡыҫҡа сәхнә күренеше әҙерләгән. Ә балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрҙе тапшырыуы ниндәй ләззәт булды!
Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙгә сикһеҙ мөхәббәт, хәстәрлек, сабырлыҡ күрһәткәндәре өсөн айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙ ысын ҡаһармандар, балаларығыҙҙы тәрбиәләү һәм яҡлау өсөн көн һайын бәләкәй генә батырлыҡтар ҡылып йәшәйһегеҙ. Ә атайҙарға ышаныслы елкәгеҙ, таяныс булыуығыҙ, яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт әйткебеҙ килә. Һеҙҙең аҡыл һәм көс ғаиләләрҙе ныҡлы һәм бәхетле итә.
Ошо күркәм байрамды әҙерләүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ.
Яҙ һәр йортҡа йылылыҡ, шатлыҡ, бәхет алып килһен!
4-се “Бал ҡорто” өлкән төркөмө тәрбиәселәре:
Руфина ҒӘЛИЕВА,
Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА.