-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март , 14:53

Башҡортостан - гранттарға бирелгән ғаризалар һаны буйынса беренсе

Рәсәйҙә "Беренселәр Хәрәкәте"нең 2026 йылғы грант конкурсына ғаризалар биреү кампанияһы тамамланған. Тапшырылған ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан – быйыл да беренсе. Республиканан 591 ғариза тапшырылған.

Былтыр ҙа беренсе инек. 452 ғариза ебәрелгәйне, шулар араһынан 40 ойошма еңеп, алынған бөтә гранттар суммаһы 53 миллион һум тәшкил иткәйне.

Гранттар конкурсында быйылғы еңеүселәр 1 апрелдә билдәле буласаҡ.

Конкурстың маҡсаты – балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүгә, уларҙың үҫешенә һәм хыялдарын, ниәттәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас