-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 10:54

Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә

Көйөргәҙе районының Өлфәт һәм Айрат Ҡобағошовтар исемендәге Ермолаев балалар сәнғәт мәктәбендә төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре үтеп тора.

Уҡытыусылар рәсем сәнғәтендә балаларға нигеҙ белемдәр бирә, һүрәт төшөрөү техникаларын өйрәтә.

"Майлы май" тигән оҫталыҡ дәресендә балалар майлы буяуҙар ҡатламдарын бер-бер артлы дөрөҫ итеп һалыу серҙәрен үҙләштерә. Педагогтар уҡыусыларға ниндәй төҫтәрҙең бер-береһен тулыландырыуын, ниндәйҙәренең тап килмәүен күрһәтә.

Эш буласаҡ һүрәттең нигеҙ һыҙмаларын һалыуҙан башлана. Композицияның төҙөлөшө билдәләнә, локаль таптар төшөрөлә. Артабанғы дәрестәрҙә балалар картинаның деталдәрен һүрәтләй, төҫ һәм контраст аша алғы планды айырып күрһәтә.

Балаларға художество белемдәре биреү "Ғаилә" милли проектының "Пушкин картаһы" программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: Көйөргәҙе район хакимиәте.

Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Ермолаев сәнғәт мәктәбендә балалар һүрәт төшөрөргә өйрәнә
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас