Илдә Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының (ВсОШ) йомғаҡлау этабы башланды. Рәсәйҙең белемле балалары 14 марттан 3 майға тиклем 24 фән буйынса көсөн һынай.
Беренсе ярыш 14-ендә иҡтисад предметы буйынса башланды. Мәскәү өлкәһендә 400 финалсы ҡатмарлы мәсьәләләр сисә. Улар араһында 6 уҡыусы – Башҡортостандан (Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама).
Мәскәүҙә испан теленән олимпиада бара. 150 бала ярыша, улар араһында Өфөнән бер уҡыусы ҡыҙ бар.
*
Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетдирҙин әйтеүенсә, әлегә 14 предметтан үтеү балдары билдәләнгән, республикабыҙҙан 115 уҡыусы йомғаҡлау этабына саҡырылған. Ҡалған предметтарҙан да балдар раҫланғас, беҙҙең уҡыусыларҙың ҡаҙаныштар исемлеге тулыланыр, тип өмөтләнә министр.
*
География буйынса ВсОШ финалы Өфөлә үтәсәк (15–20 апрель). М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға Рәсәй төбәктәренең география буынса еңеүселәре йыйыласаҡ. Уларҙың һаны – 300-ҙән ашыу. Балаларға, олимпиада заданиеларын эшләүҙән тыш, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған.
ФОТО: Илдар Мәүлетбирҙин | рәсми телеграм-канал
Сығанаҡ: Башинформ.