Быйыл яҙҙың иртәләгәне күренеп тора. Силәбе өлкәһендәге "Тағанай" милли паркында тал көсөкләгән, кесерткән күбәләктәре оса башлаған.
Тал ғәҙәттәгенән 11 көнгә алдараҡ бөрөләнгән, ә күбәләктәр 14 мартта уянған.
Тағанайҙа хәҙер ҡырмыҫҡалар йүгерешә башлағанын көтәләр, сөнки иләүҙәр йылдам ирей.
Башинформ таҫмаһынан.