Дуҫтар! Әле "Китап" магазинында (Ленин урамындағы 26-сы йорт) Матбуғатҡа яҙылыусы көнө һәм "Изге подписка" сараһы бара.
Беренсе булып Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов килгән. Ул үҙенә лә, хәйриә бүләге итеп тә "Республика Башкортостан" гәзите менән "Башҡортостан ҡыҙы" журналын яҙҙырған.
Килегеҙ, республика баҫмаларына яҙылығыҙ, изге ай хәйере итеп мохтаждарҙы яҙҙырығыҙ. Сара 17 сәғәткә тиклем дауам итә.
"Аманат" журналына яҙылырға бер ваҡытта ла һуң түгел. Һеҙҙе көтәбеҙ, дуҫтар!
12+