+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 12:26

Уҡыусыларға Ҡырым тарихын һөйләйҙәр

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары һәм Ҡариҙел районы мәктәптәрендә, колледж һәм техникумдарында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡайтарылыуының 12 йыллығына арналған ағартыу лекциялары бара. Уларҙы "Белем" йәмғиәте үткәрә.

Лекторҙар ярымутрауҙың тарихы, уның менән мәҙәни һәм рухи бәйләнештәр, шулай уҡ 2014 йылдағы "Ҡырым яҙы" тураһында һөйләй. Ағартыу сараһы 23 мартҡа тиклем барасаҡ. Лекциялар "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә үтә.

"Ҡырым – мәҙәниәттәр һәм тарихи дәүерҙәр киҫелеше. Шуныһын оноторға ярамай: Көньяҡ ярҙың данлыҡлы парктары өсөн ҡара тупраҡ диңгеҙ буйлап Рәсәйҙең төпкөлдәренән ташылған, ә Таврия Херсонесында дәүләттең рухи нигеҙе һалынған", – ти "Белем" йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы директоры Айһылыу Илембәтова.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас