Бөгөн – Башҡортостаныбыҙҙың Башлығы Радий Хәбировтың тыуған көнө. Уға 62 йәш тулды.
Радий Фәрит улының республикаға етәкселек итеүенә һигеҙ йыл. Ошо дәүер эсендә беҙ уны һәр ваҡыт эш өҫтөндә күрергә күнеккәнбеҙ. Тынғыһыҙлығына, уңғанлығына, һәр мәсьәләне хәл итергә тырышыуына хайран ҡалырлыҡ.
Етәксенең республика иҡтисадын, тимәк, халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн һалған көсө бушҡа китмәй. Һөҙөмтәләр йылдан-йыл асығыраҡ күренә. Рәсәйҙең төрлө рейтингтары шуны раҫлай. Үҙебеҙ шаһит булған ыңғай үҙгәрештәр шуны һөйләй.
“Аманат” журналы коллективы күп һанлы ҡотлауҙарға ихлас ҡушыла һәм Радий Фәрит улына ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, оҙон ғүмер, Башҡортостанды сәскә аттырыуға бағышлаған изге эш-ғәмәлдәрендә уңыштар теләй.
ФОТО: Башинформ.