Хөрмәтле дуҫтар! Изге Рамазан айы ахырында килгән Ураҙа байрамы ҡотло булһын! Доғаларыбыҙ донъяға именлек, һәммәбеҙгә һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы килтерһен!
Бөгөн Ураҙа байрамы менән Рәсәй мосолмандарын ил Президенты Владимир Путин ҡотланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡотлауында 2026 йылдың Рәсәй халыҡтары берлеге йылы булыуын иҫкә төшөрҙө.
Беҙҙең күп милләтле республикала диндәр ҙә төрлө. Төбәгебеҙҙең үҙенсәлеге шунда: төрлө дин вәкилдәре бер-береһенә хөрмәт менән ҡарарға һәм татыу йәшәргә күнеккән. Радий Хәбировтың ҡотлауында әйтелгәнсә, улар бергә уҡый, эшләй, балалар тәрбиәләй. Ә бөгөн махсус хәрби операция барышында, иңгә иң ҡуйып, Ватан һағында торалар.
"Башҡортостандың мосолман өммәте беҙҙең республикалағы бөтә милләттәр һәм диндәр вәкилдәренең берҙәмлеген нығытыуға мөһим өлөш индерә. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҙур мәғрифәтселек һәм хәйриә эшмәкәрлеге алып бара. Башҡа диндәр вәкилдәре менән бергә Донбасста гуманитар миссия башҡара, уның тыныс халҡына ярҙам итә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итә.
Беҙ бергәләп Ватанды, традицион рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлайбыҙ. Берҙәмлегебеҙҙе, йәмәғәт тыныслығын һәм татыулыҡты нығытабыҙ.
Яҡты Ураҙа байрамында һеҙгә ныҡлы һаҡлыҡ, тыныслыҡ һәм бәрәкәт теләйем! Йортоғоҙ һәр ваҡыт йылы, ҡотло һәм етешлектә булһын!", – тине Радий Хәбиров, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп.