+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март , 11:30

Балалар тештәрен һаҡларға өйрәнде

Архангел районы Абҙан мәктәбенә фельдшер Эльвира Байгилдина килде. Бөтә донъя ауыҙ эсе сәләмәтлеге көнөндә ул 1–4-се синыф уҡыусыларына теш тураһында фәһемле нәмәләр һөйләне.

Балалар теште ни өсөн иртән дә, кис тә таҙартырға кәрәклеген аңланы.

Ни өсөн йылына ике тапҡыр стоматологҡа күренеүҙең мөһим булыуын белде. 
Фельдшер апай тештәр өсөн файҙалы һәм зыянлы аҙыҡтар тураһында ла һөйләне.

Уҡыусылар Эльвира Зиннур ҡыҙына татлы-шәкәрле газировканы күп эсмәҫкә, иртәле-кисле тештәрен таҙартырға вәғәҙә биреп ҡалды.

Был турала мәктәптең ВК төркөмөндә яҙалар.

Балалар тештәрен һаҡларға өйрәнде
Балалар тештәрен һаҡларға өйрәнде
Балалар тештәрен һаҡларға өйрәнде
Балалар тештәрен һаҡларға өйрәнде
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас