+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март , 15:41

Талпанлы осор етә

Талпанлы осор етеп килә. Ана-бына уянырҙар һәм март аҙағы – апрель башы йыбырлап йөрөй ҙә башларҙар.

Талпанлы осор етә
Талпанлы осор етә

Талпанлы осор етеп килә. Ана-бына уянырҙар һәм март аҙағы – апрель башы йыбырлап йөрөй ҙә башларҙар.

 

Йыл һайын республикала 10–12 мең кешегә талпан ултыра. Былтыр 14 кешегә – энцефалит вируслыһы, 24 кешегә боррелиозлыһы эләккән булған.

Урманлы яҡтарҙа байтаҡ кеше талпан сирҙәренә ҡаршы вакцина яһата. Вакцинаны ҡаҙағас, ул ике аҙнанан “эшләй” башлай.

Вакцина яһатмағандарға урманға барғанда талпан өркөткөс крем йә спрей ҡулланыу кәрәк.

Кейем кәүҙәне мөмкин тиклем ныҡ ҡаплаһын, салбар балағын нәскигә ҡыҫтырыу, футболканы салбарға ҡыҫтырып кейеү яҡшы.

Башҡа яулыҡ ябынырға йә тәрән генә кәпәс кейергә кәрәк.

Урманда бер-берегеҙҙең өҫ-башын ҡараштырып, кейемгә йәбешкән талпандарҙы алып ташлап тороғоҙ.

Ҡайтҡас, тәнегеҙҙе тотош ҡарап сығырға йыбанмағыҙ.

Талпан ҡаҙалһа, өс көн эсендә талпан вирустарына ҡаршы прививка яһап өлгөрөргә кәрәк.

 

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» ИА-һы

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас