Йома, 27 март иртәһендә Башҡортостан Юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында ТУРА ЭФИРҘА "МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛ ҺӘМ БҮЛӘК ОТ!" АКЦИЯҺЫ ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ АСЫҠЛАНАСАҠ.
Акцияла ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына йәки тулыһынса бер йылға ике гәзит-журналға яҙылырға кәрәк ине. Сарала "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң матбуғат баҫмалары ғына ҡатнаша.
"Ҡарағай" шифаханаһына юллама, ҡар таҙартҡыс, ноутбук, телевизор, һыуытҡыс, робот саң һурҙырғыс кеүек приздар әҙерләнде. Күләмле приздарҙы еңеүселәрҙең өйөнә илтеп бирәсәктәр.
Йома 7 сәғәт 45 минутта “Сәләм” программаһын ҡарағыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!