"Еҙем" тәбиғәт паркының экологик белем биреү буйынса белгесе Рәйсә Вәғизова Ғафури районы Табын коррекция мәктәп-интернатының 3-сө “А” (етәксеһе Низамова Л.М.) һәм 3-сө “Б” ( етәксеһе Бохарина Г.Ғ.) синыфы уҡыусылары менән "Зәңгәр таҫма" тигән экологик сара үткәрҙе.
Был сара 22 мартҡа, Бөтә донъя һыу һәм һыу ресурстарын һаҡлау көнөнә, арналды.
“Һыу – ул тормош өсөн иң кәрәкле әйбер түгел, һыу – үҙе тормош", – тигән Антуан де Сент-Экзюпери.
Ысынлап та, һыу проблемаһы бөгөн белгестәрҙе бик борсой. Эсә торған һыу запасы кәмей. Ә киләсәк быуын нимә эшләй ала һуң? Тап ошондай һорауҙарға яуап табырға тырышты ла инде уҡыусылар. Төрлө уйындар, ситуациялы мәлдәрҙе сисеүҙә ҡатнаштылар. Күмәкләп бейенеләр (флешмоб рәүешендә). Осрашыу ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм файҙалы үтте.
Рәйсә Тимерйән ҡыҙы уҡыусыларға иҫтәлеккә йылғалар билдәһе итеп зәңгәр таҫмалар һәм шарҙар бүләк итте.