+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март , 13:05

Әҙәби конкурста 10–35 йәшлектәр ҡатнаша ала

Башҡортостанда йәш авторҙарҙың әҙәби әҫәрҙәр буйынса халыҡ-ара конкурсы үткәрелә.

Әҙәби конкурста 10–35 йәшлектәр ҡатнаша ала
Әҙәби конкурста 10–35 йәшлектәр ҡатнаша ала

Башҡортостанда йәш авторҙарҙың әҙәби әҫәрҙәр буйынса халыҡ-ара конкурсы үткәрелә.

«Под сенью дружных муз» VII Халыҡ-ара йәш авторҙар әҙәби-нәфис конкурсы Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.  Уны Башҡортостан Яҙыусылар союзы үткәрә.

Конкурста 10 йәштән 35 йәшкә тиклем авторҙар ҡатнаша ала. Финалға сыҡҡан авторҙарҙың әҫәрҙәре интернетта, социаль селтәрҙәрҙә, республика һәм Рәсәй баҫмаларында баҫтырыласаҡ.

Эштәр түбәндәге йүнәлештәр буйынса ҡабул ителә:

  1. Рус, башҡорт, татар һәм башҡа Рәсәй халыҡтары һәм күрше сит илдәр телдәрендә ижади-нәфис әҙәби әҫәрҙәр (очерк, хикәйә, шиғыр, эссе, повесть, новелла һ.б.).
  2. Фото һәм видео: тематик образдарҙы һәм мәлдәрҙе асҡан роликтар, видеодекламациялар.

Конкурстың еңеүселәрен наградлау 2026 йылдың 25 сентябренә билдәләнгән.

Фестиваль программаһында:

- эштәрҙән күргәҙмәләр,

- әҙәби ижад белгестәре  менән  оҫталыҡ дәрестәре,

- ижади осрашыуҙар,

- финалсыларҙың сығыштары.

Һәр ҡатнашыусыға – грамота, ә призерҙар һәм финалсыларға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Бағыусылар үҙ приздарын булдыра.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас