“Берлога” киберфизик инновациялар оҫтаханаһы “ТехноГТО” Бөтә Рәсәй проекты нормативтарын тапшырыу өсөн рәсми майҙансыҡ статусын алған. “ТехноГТО” – ул 7–11-се синыф уҡыусылары һәм колледждар менән вуздар студенттары өсөн Бөтә Рәсәй проекты.
Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, проекттың маҡсаты – техник белемдәрҙе тикшереү, технологияларға ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү һәм талантлы йәштәрҙе табыу.
Проектта ҡатнашыу өсөн:
- уның платформаһында https://technogto.kruzhok.org/ теркәлергә,
- кәм тигәндә 5 заданиены онлайн сисергә,
- кәм тигәндә 2 нормативты “Берлога”ға килеп тапшырырға
кәрәк.
“Берлога” Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында эшләй.
“ТехноГТО”ның алтын билгеһе вузға ингәндә 10 өҫтәмә балл, Милли технологик олимпиадаға һайлау үткәндә өҫтөнлөк, “Талант НТО” конкурсына эләгеү ихтималлығын һәм башҡа өҫтөнлөктәр бирә.
ФОТО: «Берлога» оҫтаханаһы | БР Хөкүмәте сайты.
Сығанаҡ: Башинформ.