Бөгөн БСТ телеканалының тура эфирында “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң республика, ҡала, район гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды. Отош 2026 йылдың 1-се яртыһына яҙылыусылар араһында үтте. Улар баҫмаларға яҙылыу квитанцияларын йә чектарын "Яҙыл да бүләк от!" тигән акция отошонда ҡатнашыуға ебәргәйне.
Нәшриәттең бүләктәре араһында ноутбук, ҡар көрәү машинаһы, туңдырғыс, телевизор, робот-туҙан һурҙырғыс һәм махсус приз булараҡ “Ҡарағай” санаторийына путевка уйнатылды.
Приздар кемдәргә эләкте?
- Ноутбукты Дыуан районынан Р. Йәрмөхәмәтов («Йәшлек» һәм «Дуванский вестник» гәзиттәренә яҙылған) отто.
- Ҡар көрәү машинаһын Нуриман районынан Д. Әлибәков ала («Тулпар» журналына һәм «Красный ключ» гәзитенә яҙылған).
- Туңдырғыс һандыҡ Өфөнән З. Ишбулатоваға эләкте («Аманат» һәм «Һәнәк» журналдарына яҙылған).
- Телевизорҙы Өфөнән Э. Закирьянова отто («Йәшлек» һәм «Яңы Балаҡатай» гәзиттәренә яҙылған).
- Робот-пылесос Ейәнсура районынан А. Ғүмәровҡа була («Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына һәм «Ейәнсура таңдары» гәзитенә яҙылған).
- Махсус призды – «Ҡарағай» санаторийына путевканы – Өфөнән Р. Ғафарова («Йәшлек» һәм «Беҙҙең Ҡыйғы» гәзиттәре) отто!
Бөтә еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Беҙҙең баҫмаларға яҙылығыҙ, ҡиммәтле бүләктәр отоғоҙ!
ФОТО: М. Байдәүләтов.