+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март , 14:42

Бесәй генә тырнаған, тимәгеҙ

Туғыҙ йәшлек бер бала тышта йөрөгәндә бер берәҙәк бесәй менән уйнай. Бесәй уның ҡулын тешләй, тырнай. Бесәйҙәр шулай инде, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Тик бер ҙур хәүефте күҙҙән ысҡындырабыҙ – бесәйҙең ауырыу булыуын. Был осраҡта бесәй ҡотороу сирле булып сыға.

Бесәй генә тырнаған, тимәгеҙ
Бесәй генә тырнаған, тимәгеҙ

Туғыҙ йәшлек бер бала тышта йөрөгәндә бер берәҙәк бесәй менән уйнай. Бесәй уның ҡулын тешләй, тырнай. Бесәйҙәр шулай инде, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ. Тик бер ҙур хәүефте күҙҙән ысҡындырабыҙ – бесәйҙең ауырыу булыуын. Был осраҡта бесәй ҡотороу сирле булып сыға.

“Башинформ”да үткән матбуғат конференцияһында Республика инфекцион дауаханаһы табип-эпидемиологы Надежда Байметова ошо ҡазалы осраҡ тураһында һөйләгән.

Баланың ата-әсәһе баланың ҡулындағы яраларға әһәмиәт бирмәй. Бер нисә көндән яра эренләй башлай. Баланы табиптарға алып баралар, тик инде һуң була. Баланы ҡотҡара алмайҙар.

Бесәйҙән тешләнгәс тә тейешле дауа бирелһә, бала һауығып китер ине. Ауырыуҙың билдәләре күренә башлағас дауалауҙың файҙаһы булмай.

Был хәл былтыр Стәрлетамаҡ районында булған.

Быйыл да бер кеше урам бесәйенән тешләнеп һәләк булған.

2025 йылда Башҡортостанда хайуандарҙың тешләүе, тырнауы йә шайығы тәнгә тейеү менән бәйле 11 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Элгәрге йылдар күрһәткестәре менән сағыштырғанда был уртаса 27 процентҡа күберәк. Йышыраҡ эт, бесәй тешләгән, ҡырағай хайуандар менән бәйле осраҡтар һирәгерәк.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак халыҡты йорт хайуандарына, малдарға ҡотороуҙан прививка һалдырырға саҡыра.

Берәҙәк хайуандарға, ҡырағай йәнлектәргә  (төлкө, терпе, ярғанат, тейен) яҡын бармаҫҡа, ашатмаҫҡа кәңәш ителә.

Берәй хайуан тешләһә, тырнаһа, шайығы буялһа, мотлаҡ медицина ярҙамы алырға кәрәк.

ФОТО: Freepik      

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас