Яҙғы каникул алдынан Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу сараһы үткән.
Төрлө синыф уҡыусылары тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре, кейем-һалым алып килгән. Һәр кем ҡулынан килгән өлөштө индерергә тырышҡан.
Балалар рух күтәрерлек һүҙҙәр әйтеп хаттар яҙған, яугирҙәргә иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгән.
Сарала уҡыусыларҙы уртаҡ хистәр берләштергән, ул теләктәшлек, илһөйәрлек, кеше хәленә керә белеү, мәрхәмәтлелек кеүек тойғолар уятҡан.
Сығанаҡ: 158-се башҡорт гимназияһы / ВК.