+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март , 15:41

Башҡортостанды Рәсәйҙең “иң йәш” төбәктәренең береһе тигәндәр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ултырышында республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәр дүртенсеһе йәш быуынға ҡарай.

2025 йылғы йәштәр сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса Башҡортостан илдең тәүге өс төбәге иҫәбенә ингән.

Йәштәр үҙ һәләттәрен һәм хыялдарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәренән әүҙем файҙалана. Былтыр 85 млн һумлыҡ 119 проектты ғәмәлгә ашырғандар. Был күрһәткес буйынса Рәсәй төбәктәренең тәүге бишеһе араһындабыҙ.

Беҙҙең йәштәр һәм үҫмерҙәр ирекмәнлек хәрәкәтендә ихлас ҡатнаша. “Изге эштәр төбәге” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү Балаҡатай, Салауат райондарында һәм Өфө, Сибай ҡалаларында ирекмәнлек үҙәктәренә булышлыҡ итеү мөмкинлеген биргән.

“Рәсәй студент отрядтары” ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе менән бәйләнештә Хөкүмәт йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Студотряд боецтары 52 хеҙмәт проектында эшләгән. 10,5 мең кеше эшкә урынлаштырылған, уларҙың 6 меңе – студенттар, 4,5 меңе – мәктәп уҡыусылары. Студенттар һәм уҡыусылар йәмғеһе ярты миллиард һумдан ашыу аҡса эшләп алған.

ФОТО: Олег Яровиков | «Башинформ»

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас