Мәскәүҙә “Экосистема” хәрәкәте төбәк бүлексәләренең Бөтә Рәсәй йыйынында илдә макулатура йыйыу сараһына йомғаҡ яһағандар.
“Экологик именлек” милли проекты сиктәрендә үткән “БумБатл”да “Ҙур төбәктәр” төркөмөндә Башҡортостан беренсе урынды алған. Беҙҙә бер йыл эсендә 875,7 тонна макулатура йыйылған.
Был ҡаҙанышта уҡыусыларҙың өлөшө ҙур, сөнки күп мәктәптәрҙә ҡағыҙ йыйыу әүҙем ойошторола.
- Башҡортостан ойошмаларынан ҡағыҙ йыйыу буйынса беренсе урында – “Экология Т” ЯСЙ-һы, 577 467 кг макулатура йыйып тапшырған.
- Мәктәптәр араһында беренсе урынды Серафимов ауылының 1-се мәктәбе алған (75 т).
- Колледждарҙан алдынғылыҡты Туймазы дәүләт юридик колледжы яулаған (36,8 т).
Йыйылған сеймал ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатылған. Унан гофроҡатырға, ҡаптар һәм башҡа ҡағыҙ продукция етештереләсәк, тиҙәр республика Экология министрлығында.
Сығанаҡ: Башинформ.