Хәйбулла балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Балалар китабы аҙналығын ойошторҙо. Район мәҙәниәт йортона «Берҙәмлек – мәңге һаҡлар хазина» тигән аҙналыҡты асыу тантанаһына Аҡъяр ауылы мәктәптәренән 3-сө синыф уҡыусылары, шулай уҡ иң әүҙем китап уҡыусы, иң әүҙем синыф саҡырылды.
Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Быйылғы Балалар китабы аҙналығы ла Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды.
Сара башында балалар моделле китапханаһы мөдире Сания Зыя ҡыҙы китап аҙналығы тарихын һөйләне. Хәйбулла районы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова балаларҙы ҡотланы, әүҙем уҡыусыларҙы бүләкләне.
Артабан балалар төрлө милләт уйындары, әкиәттәре менән танышты, йомаҡтар систе, бергәләп бейене.
Байрам балаларға дуҫлыҡ көсөн аңларға, башҡа милләттәрҙе хөрмәт итергә өйрәткәндер, тыуған Башҡортостаныбыҙға һәм ҙур Ватаныбыҙ – бөйөк Рәсәйгә ҡарата һөйөү уятҡандыр, тип ышанабыҙ.
Гөлнур ТОРОМТАЕВА,
Хәйбулла районы балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәре.