+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март , 15:10

Ялым файҙалы башланды

КАНИКУЛ НИСЕК ҮТӘ?  

Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды

Иң оҙон, иң ауыр өсөнсө сирек артта  ҡалды. Сирек буйы синыфыбыҙ менән тырышып уҡырға, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға тырыштыҡ. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ла шөғөлләнеп өлгөрҙөк.

Яҙғы каникулға сығыр алдынан бик шатлыҡлы хәбәр алып ҡыуандым. "Альтаир" өҫтәмә белем биреү үҙәгендә "Йәш эҙләнеүсе" түңәрәгендә икенсе йыл шөғөлләнәм. Остазым Римма Илдус ҡыҙы Юнысова етәкселегендә квест үттем һәм еңеүсе булғанмын.

Яҡшы һөҙөмтә өсөн экскурсияға саҡырыу алдыҡ. Шулай итеп, яҙғы каникулымдың тәүге көнөндә, 28 мартта ғаиләбеҙ менән Мәләүез районына, «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан Нөгөш ауылына юл алдыҡ.

Башҡа балалар менән бергә мин ҡыҙыҡлы квест үттем. Беҙгә бик мауыҡтырғыс экскурсия ойошторолдо. Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстары тураһында күп яңы мәғлүмәт белдем: уларҙың ни тиклем ҙур икәнен, ни өсөн төҙөлгәнен һәм кешеләргә, тәбиғәткә нисек ярҙам итеүен аңланым.

Миңә бик-бик оҡшаны! Был сәйәхәтте ойоштороусыларға һәм уҡытыусыларыма тикшеренеүгә, тыуған яҡҡа һөйөү уятыуҙары өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә.


ВӘЛИТОВА Нәргизә,

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы.

Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Ялым файҙалы башланды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас